Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Июль 2019, 13:44

Бал ҡорттары ла һаҡлауға мохтаж

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында бал ҡорттарының үлеүен тикшергән махсус ведомство-ара төркөм ойошторолдо.

Һуңғы ике аҙнала республиканың ун районы умартасыларынан бал ҡорттары үлә тигән мөрәжәғәттәр булды. Үлгән бөжәктәрҙең иҫәбе дөйөм һандан 0,6% тирәһе тәшкил итә. Был хәлдең килеп сығыуына рапс баҫыуҙарын эшкәрткән үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары ғәйепле, тип баралар. Үле ҡорттарҙың өлгөләре махсуслашҡан лабораторияларға тикшереүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов махсус рәүештә төҙөлгән ведомство-ара эш төркөмөндә баш ҡорттарының үлеүенә килтергән сәбәптәр ентекле өйрәнелә, тип белдерҙе.
Кәңәшмәлә умартасылыҡ тураһындағы төбәк законын һәм ауыл хужалығында ҡулланылған химик матдәләрҙең норматив акттарын боҙоу төп версия тип аталды. Кәңәшмәлә үҫемлекселек һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында махсус килешеүҙәр төҙөлдө
Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте ауыл хужалығы хеҙмәте хәбәр итеүенсә, беҙҙең районда ла бал ҡорттары күпләп үлеү осраҡтары теркәлгән. Дөйөм диспетчер хеҙмәтенә Бишбүләк районы сигендә урынлашҡан Рәбаш һәм Федоровка ауылдарынан шылтыратҡандар. Унда хужалыҡтарҙың береһендә рапс баҫыуҙарын үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән эшкәрткәндәр. Әммә был турала умартасыларға хәбәр итмәгәндәр.
Читайте нас: