Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Июль 2019, 12:21

Спорт үҙәге – үҙебеҙҙә!

10 июлдә Өфөлә спорттың 49 төрө буйынса әҙерләү үҙәге үҙенең ишектәрен асты.

Ул республиканың иң ҙур спорт объекттарының береһе буласаҡ. Затон микрорайонында урынлашҡан был спорт комплексы бер юлы 3 900 спортсы һәм тамашасыны һыйҙыра ала. Уның төҙөлөшөнә 3,5 млрд һум киткән. Аҡсаның төп өлөшө республика бюджетынан бүленһә, 250 миллион һум самаһы федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән.
Уның майҙаны - 40 мең квадрат метр. 50, 35 һәм 12 метр оҙон¬лоҡтағы өс бассейн, еңел атлетика өсөн асыҡ майҙан, тренажер һәм спорт-күр¬гәҙмә залдары, 200 урынлыҡ ҡунаҡхана, ашхана һәм медицина үҙәге бар.
Әлеге ваҡытта спорт комплексында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары үтә.
Читайте нас: