- Юл һәләкәттәрендә йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булғандар беренсе ярты йылда кәмей төшһә лә, беҙ яҡшыраҡ һөҙөмтә көтәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.- “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса 2024 йылға үлеү осраҡтарын 3.5 мәртәбәгә аҙайтырға тейешбеҙ.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары тураһында докладтар менән Эске эштәр министрлығының БР буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Ленар Ғилметдинов һәм БР Дәүләт транспорт комитеты рәйесе Тимур Мәхәмәтйәнов сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе юлда авариялар һанын кәметеү өсөн ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата хоҡуки эште көсәйтергә, юлда ҡағиҙә боҙоусылар буйынса суд практикаһын анализларға, инспекторҙар рейдтарын һәм тикшереүҙәрен өйрәнергә ҡушты.
Ведомство-ара кәңәшмәлә шулай уҡ өҫтәмә юл билдәләре ҡуйырға һ.б. саралар күрергә ҡушылды.
Марина Прохорова әҙерләде.
Зәйфә Сәлихова тәржемәһе.