Медицина бригадаһы составында Республика кардиология үҙәге кардиологтары һәм функциональ диагностика табиптары, шулай уҡ Бәләбәй Үҙәк район дауаханаһы белгес-табиптары булды.
- Табиптарҙың килеүенә беҙ бик шат. Сөнки беҙгә, ауыл кешеләренә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, Республика кардиология үҙәгенә генә түгел, хатта район дауаханаһына ла барырға һәр саҡ мөмкинлек юҡ, - тинеләр эхокардиограммаға сиратта торған
Был мобиль медицина комплексында ЭКГ, флюорография, маммография, УЗИ үтергә була. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау кабинеты ла эшләне.
Бәләбәй район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Станислав Судеев әйтеүенсә, был сара ҡан әйләнеше органдары, эндокрин системаһы сирҙәрен, онкологияны иртә стадияла асыҡларға, шулай уҡ диспансер иҫәптә тороусы ауырыуҙарҙы дауалауҙың файҙаһын арттырырға ярҙам итә, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҙур роль уйнай.
Мобиль медицина комплексының маршруты, эш графигы менән “БИ” гәзитенең 9 июль һанында таныша алаһығыҙ. Шулай уҡ был мәғлүмәт гәзит сайтында, уның социаль селтәрҙәрендә лә бар.