Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Июль 2019, 11:43

Башҡортостан юлдарында – яңы автобустар

Кисә республиканың төп пассажирҙар ташыусыһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡала-ара рейстарҙа кешеләр ташыу өсөн 20 яңы автобус ҡайтарылды.

Автобустар Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Белорет, Учалы, Стерлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Баймаҡ һәм Сибайҙан Өфөгә маршруттары буйынса йөрөйәсәк. Шулай уҡ Башҡортостандан Татарстанға, Ырымбур өлкәһенә һәм Пермь крайына халыҡты ташыясаҡ. Улар барлығы 300 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерәсәк.
Ошо арала предпрятиеға тағы 6 “НефАЗ” автобусы килтереләсәк. 1 ноябргә тиклем “Башавтотранс” барлығы 74 автобусҡа эйә буласаҡ. Урта һәм бәләкәй автобустарҙы һатып алыу ҙа күҙаллана.
Водителдәргә “НефАЗ”дарҙың асҡыстарын республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы.
Радий Хәбиров «Башавтотранс» маршруттары менән республиканың барлыҡ ҡалаларын һәм район үҙәктәрен бәйләүҙе үтәргә ярҙам итәсәк тип белдерҙе. Бығаса өҙөклөктәр менән башҡарылған йәки бөтөнләй юҡҡа сығарылған рейстар тергеҙеләсәк.
Читайте нас: