Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Июль 2019, 14:53

Башланғыс синыф уҡыусыларына - бушлай аш

Кисә Нефтекамала үткән төбәк туҡландырыу операторҙарының беренсе республика форумында Радий Хәбиров Хөкүмәттең социаль блогы 1-4 кластарҙа уҡыусылар өсөн мәктәптә бушлай туҡланыу мөмкинлеген эшләргә тәҡдим итә, тип белдерҙе.

Республика етәксеһенең был идеяһы тормошҡа ашһа, башланғыс кластарҙа уҡыусы бөтә балалар ҙа мәктәптә түләүһеҙ ҡайнар аш ашаясаҡ. Төбәк Финанс министрлығы иҫәптәре буйынса, йыл һайын әлеге маҡсатҡа 1,5
миллиард һум аҡса тотоноласаҡ, республиканың бөтә мәктәптәре өсөн дә берҙәм меню булдырыласаҡ. Туҡланыу
рационы балыҡ, йәшелсә, һөт аҙыҡтары иҫәбенә тулыландырылырға тейеш.
Форумда белгестәр һәм эксперттар мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡландырыуҙы яҡшыртыу мәсьәләләрен өйрәнеү өсөн йыйылды. Форум башланғанға тиклем Радий Хәбиров был өлкәләге иң яҡшы
тәжрибәләр менән танышты.
Радий Хәбиров төбәктәге мәктәп туҡланыуы операторҙары алдында дәүләт контроле системаһының индерелеүен иғлан итте һәм, Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булырға тейеш, тине.
Читайте нас: