Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Июль 2019, 19:45

Еңеүсегә – мини-трактор

«Башҡортостан 24» каналы «Алтын бишек — Золотая колыбель» акцияһын иғлан итте. Был проектта еңеүселәргә мини-трактор һәм башҡа бүләктәр тапшырыласаҡ.

«Башҡортостан» телекомпанияһы был акцияны беренсе тапҡыр ғына үткәрмәй. 2016 йылда был конкурста 50-гә яҡын ауыл ҡатнашты, уларҙың туғыҙы интерактив тауыш биреү этабына тиклем барып етте. Ул саҡта Миәкә районының Сәфәр ауылы еңеүсе булды.
Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән ғариза ҡабул ителә башланы. Ғаризаларҙы 26 июлгә тиклем тапшырырға була. Артабан телеканал төркөмө конкурста ҡатнашыусы һәр ауылға барып, унда йәшәүсе кешеләр менән танышасаҡ, уларҙың нисек татыу йәшәүҙәрен, ауылдарын ни дәрәжәлә матур, таҙа тотоуҙарын асыҡлаясаҡ.
«Алтын бишек — Золотая колыбель» конкурсында ҡатнашырға теләүселәр Башҡортостан телекомпанияһы сайты аша теркәлә ала. Июль аҙағында уҡ конкурсҡа старт бирелә. Ә 10 октябрҙә – Республика көнө алдынан – СМС ярҙамында еңеүсе билдәләнәсәк.
Читайте нас: