Ул был бер көнлөк проектын “Инстабомж” тип атаған. Был проект аша бөгөнгө заманда күпселек кешеләрҙең үҙ социаль селтәрҙәргә артыҡ иғтибар биреүен, ундағы “йөрәк”тәр һәм яҙылыусылар һанын күбәйтеү өсөн төрлө
Әлбиттә, үтеп барыусыларҙың был сәйер күренешкә ҡарашы төрлөсә булған. Өлкәндәр иғтибар итмәй үтеп китһә, йәштәр, киреһенсә туҡтап, Эрик менән фотоға төшкән. Эрикка хатта аҡса ла тәҡдим итеүселәр булған, әммә ул баш тартҡан, сөнки проектының төп маҡсаты килем түгел. Йәш кеше әйтеүенсә, был проекттан һуң уның профиленә яҙылыусылар һаны 13 кешенән 50-гә артҡан. Ләкин Эрик төшөнкөлөккә бирелмәй, киләсәктә Instagramда уға яҙылыусылар һаны 1000-гә етер тип ышана.