Был пилот проект Мәскәүҙә 2020 йылдың июлендә башлана. Ә 2022 йылдан ҡағыҙ паспорттар биреү бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Улар урынына чиплы пластик карталар һәм мобиль ҡушымта киләсәк. 2024 йылда был эш тулыһынса ғәмәлгә инәсәк, тип вәғәҙәләйҙәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Һанлы документта, атап әйткәндә, водитель танытмаһы, СНИЛС, ИНН һәм башҡа мәғлүмәттәр ҙә урын аласаҡ.