Был яуаплы эш август-сентябрҙә эшләнәсәк, уны махсус һайланған һәм уҡытылған ваҡытлыса иҫәп алыу хеҙмәткәрҙәре – теркәүселәр башҡарасаҡ.
Бәләбәй районы территорияһында 26 регистратор эшләйәсәк. Өй буйынса йөрөп, улар йорттар, унда йәшәүселәр һанын, территорияла йорттарҙың әҙерләнгән картографик материалға тура килеүен асыҡлай.
Бынан тыш теркәүсе йорттарҙа номер билдәләренең, аншлагтарҙың булыу-булмауын тикшерә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә теркәүселәр кермәй.
Регистраторҙарҙың үҙҙәре менән махсус таныҡлыҡтары буласаҡ. Таныҡлыҡ һаҡлау сараһы менән тәьмин ителгән һәм уның срогы сикләнгән.
Районда йәшәүселәр, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, полиция, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, почта ойошмалары регистраторҙарға булышырға һәм район территорияһында 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уңышлы уҙҙырыу өсөн ойоштороусы план-нигеҙҙәрҙе төҙөргә, база булып хеҙмәт итәсәк кәрәкле белешмәләрҙе тәҡдим итергә тейеш.