Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июль 2019, 12:25

63 миллион һум – мөмкинлектәре сикләнгән балаларға

Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә аҡсалата сертификат бирә башлаясаҡтар.

Быға республика бюджетынан 63 миллион һум бүленәсәк. Уларҙың һәр ҡайһыһы 42,8 мең һум тора. Сертификатты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә тотонорға мөмкин.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең алты меңдән ашыу айырыуса баланың реабилитация алыу мөмкинлеге булманы, хәҙер ул барлыҡҡа килә. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса сертификаттар 1 сентябрҙә бирелә башлай», — тип аңлатты Ленара Иванова.
Радий Хәбировтың фекеренсә, ошондай сертификаттарҙы тапшырыу айырыусы балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә ошондай хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе бизнес өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтәсәк.
Башҡортостанда шулай уҡ төбәк техник реабилитация саралары теҙмәһен раҫлаған хөкүмәт ҡарары ҡабул ителгән. Улар инвалид балалар һәм беренсе төркөм инвалидтарға федераль исемлеккә өҫтәп бушлай биреләсәк.
Читайте нас: