Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июль 2019, 16:10

Контейнерҙар һанын иҫәпкә алып...

Сүп-сар реформаһы буйынса тағы яңы тәҡдим – күпме контейнер сүп сығарылыуына ҡарап аҡса түләтергә уйлайҙар.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы әлеге тарифтарҙың ғәҙел булмауын билдәләй. Кеше һанына йәки фатир майҙанына ҡарап көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хеҙмәтенә билдәләнгән хаҡтар ысынбарлыҡты күрһәтмәй тип иҫәпләй улар.
Әгәр ҙә сүп-сар сығарылған контейнер һанына ҡарап түләнһә, хаҡтарҙың кәмеү мөмкинлеген дә йәшермәйҙәр. Күпме күләмдә сүп сығарылыуына ҡарап түләү дөрөҫ тә, ғәҙел дә кеүек. Әммә әлегә асыҡланмаған һорауҙар күп. Мәҫәлән, контейнерҙарҙы эргә-тирәләге магазин, кафе, парикмахерскийҙарҙың сүп-сар менән тултырыуы сер түгел.
Юридик берәмектәр һәм күп ҡатлы йортта йәшәүселәр араһында түләү дәүмәлен нисек билдәләргә? Өҫтәүенә контейнерҙарҙың ауырлығы ла, күләме лә төрлөсә.
Читайте нас: