Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июль 2019, 17:30

Наҙгөлгә – 1 миллион 100 мең һум аҡса

Үткән йомала “Изгелек” фондына ҙур ғына сумма хәйриә аҡсаһы килгән.

Өфө ҡала Советы депутаты Артур Хажиғәлиев 1 миллион 100 мең һум аҡсаны Ишембайҙан ике йәшлек Наҙгөл Байғазинаға ярҙам итеү ниәтенән күсергән. Бала ауыр генетик сир – арҡа мускулдары атрофеяһынан яфалана икән. Өҫтәүенә яҙ пневмония менән ҡаты сирләгән. Ошо сәбәпле ҡыҙға тын алыуы ауырлашҡан. Шуға хәҙер балаға даими махсус йүткертеүсе аппаратура (откашливатель) һәм үпкәгә неинвазив вентиляция өсөн ҡорамал кәрәк. Улар яҡын арала һатып алынасаҡ.
“Былтыр Артур Хажиғәлиев балаларыбыҙға ике етди операция өсөн түләүгә ҙур аҡсалата ярҙам күрһәткәйне. Хәҙер ҙә уның булышлығына иҫәп тота алыуыбыҙ ҡыуандыра. Артур Валерьевич һәр ваҡыт һүҙендә тора һәм ҡайҙа, ниндәй ярҙам кәрәк, баш тартмай. Бына ошо хәл – Өфө һәм төбәк депутаттарына, эшҡыуарҙарға яҡшы миҫал”, – тигән “Изгелек” фонды етәксеһе Рәүфә Рәхимова.
Атап әйткәндә, былтыр ноябрҙә Артур Хажиғәлиев “Изгелек” фонды ҡарамағандағы балаларға 1 миллион һум аҡса биргән. Һөҙөмтәлә Дыуан районынан 13 йәшлек Ксения Пестереваға һәм Малик Мамаджановҡа ҡиммәтле операциялар яһалған.
Бынан тыш, былтыр Артур Хажиғәлиев Һаулығы сикләнгәндәр йәмғиәте ҡарамағындағы һәм паллиатив медицина ярҙамына мохтаж 165 баланы Яңы йыл менән ҡотлау мөмкинлеген биргән.
Әлеге ярҙам өсөн “Изгелек” фонды һәм Наҙгөл Байғазинаның ғаиләһе Артур Хажиғәлиевкә ҙур рәхмәт белдергән.
Читайте нас: