Кәңәшмә барышында монопрофилле иҡтисадлы территорияларҙың үҫеш мөмкинлектәре, “Моноҡалалар үҫеше” яңы дәүләт программаһы үҙенсәлектәре, моноҡалаларға ярҙам итеүҙе закондарға ярашлы көйләү, моноҡалаларҙа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән фекер алышынды.
– Монопрофилле иҡтисадлы территорияларға ярҙам итеү буйынса фекер алышыуҙы бөтә моноҡалалар башлыҡтары һәм командалары менән асыҡ һөйләшеү рәүешендә уҙғарыу идеяһы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, тип билдәләйем, – тине муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, форумдан алған тәъҫораттары менән бүлешеп. – Беҙҙең өсөн, муниципалитеттар вәкилдәре өсөн, был иң киҫкен мәсьәләләрҙе федераль кимәлдә ҡарау өсөн уникаль мөмкинлек булды. Беҙҙең бурыс – моноҡалаларға, уларҙың резиденттарына күрһәтелгән ярҙам сараларын мөмкин булған тиклем тулы файҙаланыу.
Бөгөнгә “Бәләбәй” моноҡалаһында һигеҙ резидент теркәлгән, әле эшләүсе резидент 168 эш урыны булдырҙы, 130 млн һум инвестициялар үҙләштерелде. Яңы резиденттар йәлеп итеү һәм моноҡалала яңы производстволар асыу буйынса эш дауам итә.
Зөлфиә Ғарифуллина тәржемәһе