Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Июль 2019, 14:39

Баҡсаға урынлаштырыу проблемаһы хәл ителәсәк

Башҡортостанда электрон сиратҡа тороу буйынса система эшләй. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, сайтта етешһеҙлектәр юҡ, сират барышын онлайн күҙәтеп барырға мөмкин.

Республикала балалар баҡсаһына сиратҡа 88 мең сабый ҡуйылған. Алдағы 6 йылда 40 балалар баҡсаһы асыласаҡ. Сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, тип күҙаллана. Тиҙҙән беҙҙең Бәләбәйҙә Горохов урамында яңы баҡса ишектәрен асасаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: