Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Июль 2019, 14:42

Ҡымыҙ бешеүселәр йыйыла

Тиҙҙән Өфөлә "Аҡбуҙат" ипподромында “Йәйләү” тип аталған байрам – этно-фест уҙғарыла.

Ул башҡорт ҡымыҙы данын таратыу маҡсатынан ойошторола. Сараға бөтә республиканан ҡымыҙ бешеүселәр саҡырылған. Ҡымыҙ-фест майҙансығында тирмәләр һәм ихаталар ҡороласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл хужалығы тауарҙары һәм кәсепселәр күргәҙмәләре, аш-һыу фестивале, музыкаль этно-фестиваль, ат сабыштары, балалар өсөн төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған. Ҡымыҙ менән һыйлау күҙаллана. Фестиваль барышында ҡымыҙ бешеүселәрҙең һөнәри съезы үтәсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: