Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Июль 2019, 12:45

Һандар йыуанысһыҙ

Хаталарҙы ҡабатларға кәрәкме, әллә уларҙы эшләмәҫкә өйрәнергәме?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл-транспорт ваҡиғалары йәһәтенән мәғлүмәттәре буйынса 1 июндән 23 июлгә тиклем һигеҙ ваҡиға теркәлгән, уларҙа 13 транспорт сараһы ҡаза күргән. Ошо осорҙа өс кеше һәләк булған, туғыҙы тән йәрәхәттәре алған. Алты бала йәрәхәтләнгән.
Тейешле структуралар яғынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ниндәй генә саралар күрелмәһен, водителдәрҙең вазифаларын тейешле үтәүҙәре мәсьәләләре буйынса күпме генә пропаганда алып барылмаһын, юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтар ҡабатлана.
– Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһын да юлдарҙа иғтибарлы булырға, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, авария осраҡтарында бер-береһенә ярҙам итергә саҡырабыҙ, – ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Дилара Шәйәпова.
Илья Букарев.
Зөлфиә Ғарифуллина тәржемәһе
Читайте нас: