Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Июль 2019, 12:07

Бәләбәйҙә йомшаҡ сырҙар заводы төҙөләсәк

Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сырҙар производствоһы төҙөлөшөнә беренсе таш һалыу тантанаһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе менән бергә сараға Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Сильви Берманн һәм Savencia компаниялары төркөмөнөң генераль директоры Жан-Поль Торри килделәр. Шулай затлы сырҙар етештереүсе алдынғы француз компанияларының береһе менән республиканың хеҙмәттәшлегенә старт бирелде, тип хәбәр итә төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.

– Бөгөн беҙҙең республикала ҙур, шатлыҡлы ваҡиға. Беҙ донъяның иң ҙур һәм абруйлы сыр компанияһының йомшаҡ сырҙар етештереү буйынса яңы предприятиеһы төҙөлөшөнә тәүге таш һалабыҙ. Еребеҙгә, Башҡортостанға беҙҙең менән эшләүҙе хуп күргән, ысынында ла иң оҫта сыр яһаусылар килеүе менән бик ғорурланабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Savencia компаниялары төркөмөн, төҙөлөш тамамланғансы, беҙ һеҙҙең менән бергә булабыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, тип ышандырам. Бәләбәй районы, республика өсөн был ике йөҙ өҫтәмә эш урыны, һалымдар, яңы технологиялар, дөйөм алғанда, тормошобоҙҙо социаль йәһәттән яҡшыртыу. Республикабыҙҙа тағы ошондай күп предприятиелар төҙөрбөҙ, тип ышанам, шул иҫәптән Франция бизнесы ҡатнашлығында. Хәйерле сәғәттә!
– Францияны 300 төрлө сыр иле тип атайҙар, Savencia компанияһы үҙе сыр сығарған илдәрҙә уны ҡулланыу культураһына өйрәтә. Мин бында, Башҡортостанда, бығаса республикала сығарылмаған яңы сырҙар етештереү производствоһы тыуғанда булыуыма шатмын, – тип билдәләне Сильви Берманн. – Был юғары һөт продукттары менән билдәле төбәк өсөн тәбиғи үҫеш юлы.
– Беҙ күптәндән Рәсәйҙә предприятие асыуҙы планлаштырғайныҡ, Бәләбәйҙе һайлағансы, илде арҡырыға - буйға йөрөп сыҡтыҡ, – тине Жан-Поль Торри. – Беҙ шәп сырҙар сығарыусы һоҡланғыс предприятие таптыҡ. Иң мөһиме – бында үҙ эшен белгән һәм яратҡан юғары квалификациялы профессионалдар командаһы эшләй.
9 мең тонна йомшаҡ сырҙар етештереү ҡеүәте булған яңы завод 2020 йылдың көҙөндә эшләй башлаясаҡ. Проектҡа ике млрд һум инвестициялар һалына. Уны ике этапта тормошҡа ашырыу күҙаллана: 3 мең тонна – беренсе һәм тағы 6 мең тонна икенсе этапта. Производствола республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре етештергән юғары сортлы һөт кенә ҡулланыласаҡ.
Радий Хәбиров хөрмәтле ҡунаҡтар менән бергә Бәләбәй һөт комбинатының сырҙар етештереү цехтарында булды. Бәләбәй сырҙары Калининградтан Владивостокка тиклем, шулай уҡ яҡын сит илдәргә ебәрелә. Предприятиеның генераль директоры Евгений Линкевич бөгөн комбинатта 750 кеше эшләүе, 23 төрлө сыр етештерелеүе тураһында һөйләне. Йыл һайын предприятие республика бюджетына 500 млн һум һалым түләй.
Комбинатты ҡарап йөрөгәндә төбәк етәксеһе производствоның һәм хеҙмәтте ойоштороу кимәленең юғары культуралы булыуын билдәләне, яңы заводты эшләтеү предприятиеға артабан да ошо йүнәлештә камиллашыу мөмкинлеге бирер тигән ышаныс белдерҙе.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: