Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Июль 2019, 13:51

Китапхана урамға сыҡҡан

Ике йәйге айҙа 2-се биләмә китапханаһы алдында "Китапхана бульвары" эшләй.

"Бөтәһенә лә оҡшай... Ә һеҙ уҡынығыҙмы?" һәм "Бала сағым китаптары" экспозициялары өлкәндәргә, үҫмерҙәргә һәм балаларға китапхана фондындағы нәфис әҙәбиәт менән танышырға һәм, әлбиттә, китаптарҙы өйгә алып ҡайтырға саҡыра. Бынан тыш "Китап белермәндәре турниры"ның көлкөлө һәм ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап бирергә тәҡдим ителә.
Был акция ҡала халҡын китапханалар эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һәм әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн уҙғарыла.
Анна Лапина.
Зөлфиә Ғарифуллина тәржемәһе
Читайте нас: