Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Июль 2019, 12:56

Транспорт саралына тахографтар ҡуйыласаҡ

Республиканың Дәүләт Йыйылышы «тахограф» төшөнсәһен нығытыу тураһында закон ҡабул итте. Документта шулай уҡ йөк һәм пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең транспорт сараларына тахографтар ҡуйыуҙың мотлаҡ талаптары урын алған.

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, закон юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
«Тәү сиратта был норма пассажирҙар ташыу өлкәһендә көнүҙәк. Ни өсөн тигәндә водителдең эш талаптарын саҡ ҡына боҙоуы ла күп кеше ҡорбандарына килтереүе ихтимал. Архангель районында Татарстан туристарының фажиғәгә осрауы барыбыҙҙың да хәтерендә», – тип үҙ фекерен белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Тахограф транспорт сараһының тиҙлеген һәм маршрутын теркәй. Ул водителдең ҡасан туҡтауы һәм ял итеүе тураһында ла яҙа. Бар мәғлүмәт ныҡлап һаҡлана, уны төҙәтеп булмай.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров законға ҡул ҡуйған һәм документ рәсми рәүештә баҫылған. «Тахограф» төшөнсәһенә бәйләнгән положениелар быйыл 1 ноябрҙән үҙ көсөнә инәсәк. Законда яҙылғанса транспорт сараларының юл хәрәкәтендә ҡатнашыуына рөхсәт биреү тәртибе нормалары 4 августан эшләй башлаясаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: