Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Июль 2019, 17:29

Михаил Чванов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

Күренекле Рәсәй яҙыусыһы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Аксаков фонды етәксеһе Михаил Чванов кисә үҙенең 75 йәшен билдәләне.

Республика йортонда уҙған осрашыуҙа Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙыусыны юбилейы менән ҡотланы.
Осрашыуҙа Радий Хәбиров мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм әҙәбиәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өсөн Михаил Чвановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте.
Читайте нас: