Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Июль 2019, 12:22

Һауа десанты Бәләбәйҙә

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө алдынан республиканың “Салют, Еңеү!” автоуҙышында ҡатнашыусылар беҙҙең ҡалала булып китте.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы, Һауа-десант ғәскәрҙәренең 89 йыллығы һәм совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 30 йыллығы айҡанлы автоуҙыш ойошторҙо. Уның маршруты республика ҡалалары һәм ауылдары буйлап үтә.
Бәләбәйҙә ҡунаҡтарҙы “Бөркөт” хәрби-патриотик клубтарында ҡатнашыусылар, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов, “БР Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары” Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Юрий Денисов һәм башҡалар ҡаршы алды.
Десантсылар “Ватанды һаҡлаусыларға” мемориаль комплексы янында осрашты.
Анна Лапина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Елена Торгашова фотолары
Читайте нас: