Туризм
29 Июля 2019, 11:00

Баҡса асылыр көн яҡынлаша

Ҡалабыҙҙың Горохов урамында төҙөлөп ятҡан балалар баҡсаһы асылырға күп ваҡыт ҡалманы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан бәләкәстәр ҙә яңы бинаға аяҡ баҫасаҡ. Баҡса эстән дә, тыштан да көлөп тора: тыштан сағыу төҫтәр менән биҙәлгән, эстә баҙыҡ, аҡһыл төҫтәр өҫтөнлөк итә. Ихатала матур-матур майҙансыҡтар эшләнгән.
150 балаға иҫәпләнгән заманса балалар баҡсаһы балалар учреждениеларында урындар етешмәү проблемаһын хәл итеүгә тағы бер аҙым буласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотолары
Читайте нас