Быйыл сара «Үҙ республикаңды бел!» девизы аҫтында ойошторолдо. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мордва ихаталарында милли кейемдәге ҡыҙҙар ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең традицион аш-һыуы менән һыйлаған. Теләге булғандар буҙа ҡойорға ла өйрәнгән.
Фестивалгә ошо көндәрҙә уҙғарылған Журналистар инфофорумы спикерҙары ла килгән. Улар күргәндәренән яҡшы тәьҫораттар алған. «Ведомости» гәзитенең «Карьера и менеджмент» рубрикаһы мөхәррире Юлиана Петрова әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡыҙыҡлы нәмәләр бик күп, туризмды үҫтереү идеялары бихисап, ләкин Мәскәүҙә лә Башҡортостан, Өфө тураһында әлегә бик аҙ беләләр.