Был дата донъя байрамдары календарында иң йәше. Дуҫлыҡ көнө 2011 йылдың апрелендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән. Резолюцияла билдәләнеүенсә, дата төрлө халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа мөһим роль уйнарға саҡырылған. Дуҫлыҡ көнө бурыстарының береһе – йәштәрҙә, шул иҫәптән, буласаҡ лидерҙарҙа төрлө мәҙәниәттәргә ихтирам тәрбиәләү.
Ғалимдар иҫбатлауынса, бала 9 айҙа дуҫлыҡ төшөнсәһен аңлай башлай. Иптәштәр араһында ДНК төҙөлөшөнөң дә оҡшаш булыуы асыҡланған. Дуҫтары менән кеше һөйкөмлөрәк күренә, ти психологтар. Ә социологтар эш урынында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырырға кәңәш итә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне