Башҡорт гимназия-интернаты биләмәһе – сәскәләр батшалығы. Тулы тәртип, киңлек, һиллек! Бер айырым бәләкәй батшалыҡ һымаҡ, гимназия үҙенең бай тормошо менән йәшәй: кластар етәкселәре менән хеҙмәт бригадалары, йәйге һауыҡтырыу үҙәгенә йөрөүселәр, уҡыусылар тәжрибә участкаһын төҙөкләндерә.
Административ-хужалыҡ часы буйынса директор урынбаҫары Мураҫ Гәрәев һөйләй:
– Каникул ваҡытында икенсе һәм өсөнсө корпуста биналарҙың санитар-техник торошон яңыртыу йәһәтенән ҙур эш башҡарылды. Ашхана, бәҙрәфтәр, баҫҡыстар аралыҡтары ремонтланды. Биналарҙың цоколдәренә һәм түбәһенә профнастил түшәлде. Эштәрҙе “Олимп” йәмғиәте белгестәре башҡарҙы. Эске ремонтты гимназияның техник персоналы уҙғарҙы. Гүзәл Ғатауллина, Гөлшат Фәйезова, Ғаяз Вәлиуллин һәм Роберт Ғәлиуллин кеүек хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләр инем.
Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнара Хоҙайназарова уҡыусыларҙың уңыштары тураһында һоҡланып һөйләй:
– Февралдән кластар етәкселәре орлоҡтар, үҫентеләр хәстәрләй башлай. Бер кем дә ситтә ҡалмай! Участкалар кластарға бүлеп бирелә, уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр уларҙы тәрбиәләп ҡарай. Беҙҙең уҡыусылар әле үк үҙебеҙ үҫтергән ҡабаҡ, таш ҡабаҡ, баҡса еләге, ҡарағат, сейә ашай. Йәшелсә баҡсаһы өсөн физика уҡытыусыһы Зөлфиә Талхина яуаплы. Хеҙмәт берекмәләре менән тәрбиәсе Лиза Талибуллина эшләй. Сәскәләр яратыусы директорыбыҙ Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова беҙҙе дәртләндерә. Уның тырышлығы менән гимназия-интернат ожмах баҡсаһына әүерелде!
Анна Лапина мәҡәләһе буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.