Тауыш биреү көнөндә теркәлгән еренән ситтә булған кешеләр 24 июлдән 4 сентябргә тиклем үҙҙәре барған ерҙәге территориаль һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша ситтән тороп ошо биләмәләге һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙа ала.
28 августан 4 сентябргә тиклем участка һайлау комиссияһына ла ошондай уҡ ғариза бирергә мөмкин.
Теге йәки был сәбәп менән тәҡдим ителгән алымдарҙан файҙалана алмағандарға 5 сентябрҙән, әммә 7 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса 14 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса, йәшәгән урыны буйынса участка һайлау комиссияһында, үҙҙәре барған ерҙәге һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап, махсус ғариза тултырырға була.
– Әгәр шарттар үҙгәрһә – кеше ғариза биргән, ләкин сәфәргә, командировкаға сыҡмаған икән, үҙенең һайлау участкаһына килергә мөмкин. Әммә тауыш биреү механизмы бер аҙ ҡатмарлаша – махсус тикшереүҙән һуң ғына тауыш бирергә ярай. Был һайлаусының алдан билдәләгән участкала тауыш бирмәгәне раҫланһа, тауыш бирергә рөхсәт ителә. Быны участка һайлау комиссияһы һайлаусының мөрәжәғәтенән һуң ике сәғәт эсендә асыҡларға бурыслы, – тип аңлата Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне