Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Июль 2019, 12:10

Урмансылар яңы техника алды

Өфөлә “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында республика алған урман хужалығы техникаһын урман хужалыҡтарына тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Бәләбәй урмансылары ла яңы техника менән тәьмин ителде.

– Беҙҙең коллектив МТЗ-82 тракторы, 2ПТС-4,5 арбаһы, урман культиваторы алды, – тип хәбәр итте “Бәләбәй урман хужалығы” учреждениеһы директоры Ленар Зәйҙуллин. – Ә йыл башында беҙ манипуляторлы КамАЗ автомобиле һәм уға тағылма алғайныҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән тормошҡа ашырыла һәм яҡын киләсәктә БР Урман хужалығы министрлығының урман байлыҡтары менән идара итеү өлкәһендә үҙәк мәсьәләләренең береһе булып тора. Проекттың төп маҡсаты – 2019-2024 йылдарҙа урман киҫеү менән ултыртыу араһында баланс тәьмин итеү.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Елена Торгашова фотоһы
Читайте нас: