БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, байрам программаһына фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ат спорты ветерандары парады, ат тоҡомдары менән танышыу, күрһәтмә ат сығыштары, ат сабышы, конкур, пониҙа фигуралы йөрөү буйынса ярыштар, шулай уҡ Иппотерапия үҙәгенән оҫталыҡ дәрестәре һәм презентация инә.
Фестивалдә бөтә ҡунаҡтар сара үҙәгендә – ялан уртаһында буласаҡ. Ат үҙен генә түгел, кешене лә дауалау үҙенсәлегенә эйә. Хатта бер аҙ ат янында булыу ҙа кеше өсөн терапевтик тәьҫир итә, уның эмоциональ торошон яҡшырта.