Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Август 2019, 14:13

Элек тракторҙар ҙа үтә алмаған...

Малиновка ауыл советына ҡараған Родники ауылының Чапаев урамында юл эштәре башланды. Юлһыҙлыҡтан интеккән ауыл халҡы был ваҡиғаны бер нисә йыл көткән.

– Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ямғыр ваҡытында беҙҙең урамда тракторҙар ҙа бата ине, – ти ошо ауылда йәшәүсе, юл ремонтлауҙа ҡатнашыусы КамАЗ водителе Андрей Ларюхин. – Яр буйы һәм Үҙәк урамдарға ике йыллап элек ваҡ таш түшәгәйнеләр. Беҙгә лә сират етеүенә ҡыуанабыҙ.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ильяс Мөхәмәҙиев һүҙҙәренә ҡарағанда, Чапаев урамында юл республика бюджетынан тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә ауыл биләмәләренә бүленгән аҡса иҫәбенә ремонтлана. Юлды күтәреү, ваҡ таш түшәү менән Бәләбәй ҡалаһының "Стройсервис" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Елена Торгашова фотолары
Читайте нас: