Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Август 2019, 19:27

1 сентябрҙә республиканың бөтә мәктәптәре биш көнлөккә күсә

1 сентябрҙән Башҡортостандың бөтә мәктәптәре биш көнлөк уҡытыуға күсә. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн «Мәғариф сәғәте» барышында белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, уҡыу планы элеккесә ҡала. Иң мөһиме, уҡытыусыларҙың эш хаҡы кәмемәй, ә элекке кимәлдә була. Радий Хәбиров министрлыҡтың иғтибарын айырыуса «тематик шәмбеләр «мәжбүри»гә әйләнмәһен өсөн» балаларҙың ике ял көнө булырға тейешлегенә, уларҙы исем өсөн мәктәпкә саҡырырға ярамағанлығына йүнәлтте. Республика етәксеһе фекеренсә, балаларҙың ял көндәрендә спорт менән шөғөлләнеү, музейҙарға, театрҙарға йөрөү мөмкинлеге күберәк булһын өсөн спорт секциялары һәм мәҙәниәт учреждениелары үҙҙәренең эш графигын үҙгәртергә бурыслы.
«Уҡыусылар шәмбене көтөп алырға, уҙғандары хаҡында фекер алышырға тейеш. Был күп осраҡта уҡытыусыларҙан ғына түгел, ата-әсәләрҙең үҙҙәренән дә тора», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Читайте нас: