Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Август 2019, 19:21

«Иң яҡшы янғын һүндереүсе» номинацияһында – Башҡортостан вәкиле

Республиканан Илдар Мостафин «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы федераль этабының «Иң яҡшы янғын һүндереүсе» номинацияһында еңеү яулаған. Ҡотҡарыусы 14 төбәк вәкилдәрен артта ҡалдырҙы, тип хәбәр итәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғын һүндереүселәр ике көн дауамында физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшырған, граждандар оборонаһы, техник, медицина һәм психологик әҙерлек буйынса теоретик һорауҙарға яуап биргән, янғын-строй әҙерлеген белеүҙә ярышҡан.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Читайте нас: