Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Август 2019, 12:39

“Бәләбәй” моноҡалаһында тағы бер резидент теркәлде

Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына Башҡортостан Республикаһынан тағы бер инвесторҙы индерҙе – ул “Лесси” йәмғиәте.

“Бәләбәй” моноҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан был резидент “файҙаһыҙ” хайуандар өсөн аҙыҡ етештереү менән шөғөлләнә.
БР Хөкүмәте сайтында билдәләнгәнсә, был инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу 23, 8 млн һум аҡса йәлеп итеү һәм 22 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.
“БИ” белешмәһе
Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығында төҙөлгән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына 2019 йылдың 31 июленә Башҡортостандан 23 инвестор индерелгән (9-ы – Бәләбәй ҡалаһында, 12 – Күмертау, 2-һе – Нефтекамала)
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: