Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Август 2019, 12:59

Беренсе һәм икенсе бала өсөн айлыҡ түләүҙәр арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәр бер ата-әсәнең килеме ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр өсөн беренсе йәки икенсе балаға айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған.
Уға ярашлы, беренсе йәки икенсе бала тыуған осраҡта пособиеларҙы төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының бер ярымдан икеләтә дәүмәленә тиклем арттырыу ҡаралған. Аҡса алыу өсөн ғаризаларҙы баланың өс йәше тулғансы бирергә кәрәк. Әле уның ваҡыты йәш ярым тәшкил итә.
Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: