Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Август 2019, 17:17

Дан паркы заманса төҫ аласаҡ

Бәләбәй ҡалаһындағы Дан паркы биләмәһендә “Заманса ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре башланды. Эштәр Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте заказы буйынса башҡарыла, подрядсы – “Стройсервис” йәмғиәте.

Тиҙҙән ҡаланың иң тәүге паркы заманса, матур төҫ аласаҡ. Ул яңы ихата менән уратып алынасаҡ, ҡапҡаһы ла яңыртыласаҡ, парк эсендәге тротуарға асфальт түшәләсәк, яҡтыртҡыс лампалар эленәсәк, һәйкәлдәр һәм башҡа иҫтәлекле урындар төҙөкләндереләсәк.
Ремонт эштәре 2019 йылдың 30 сентябрендә тамамланыр, тип көтөлә.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Елена Торгашова фотолары
Читайте нас: