Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бюллетендәр 30 августан да һуңға ҡалмайынса әҙер булырға тейеш. 6 сентябргә тиклем бюллетендәр ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә участка һайлау комиссияларына тапшырыла.
Һайлау участкаһында бюллетендәр һаны ошо һайлау участкаһында теркәлгән һайлаусылар һанынан 0,5 проценттан артыҡ булмаҫҡа һәм бюллетендәр тапшырылған көнгә тейешле һайлау участкаһында һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һанынан 70 проценттан аҙыраҡ тәшкил итергә тейеш. Әгәр участкала торған урыны буйынса һайлаусыларҙың күберәк булыуы көтөлһә, махсус комиссияның ҡарары буйынса бюллетендәр һаны арттырылыуы мөмкин.
Барлыҡ бюллетендәрҙең уң яғында участка һайлау комиссияһының мисәте менән нығытылған участка комиссияһының ике ағзаһының ҡултамғалары ҡуйыла.
Һәр һайлаусы бер тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн бер бюллетень ала. Әгәр һайлау көнөндә бер участкала бер нисә һайлау үтә икән, һәр береһе өсөн һайлаусыға айырым бюллетень тапшырыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне