Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Август 2019, 14:08

Төҙ атҡандар, шәп йүгергәндәр

Бәләбәй спортсылары Рәсәй йыйылма командаһына инде.

Ярославль өлкәһе Рыбинск ҡалаһында ачери-биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты уҙҙы. “Чемпион” учреждениеһынан унда Оскар Шайморатов менән Анастасия Сафонова һәм уларҙың тренеры Артур Шайморатов ҡатнаштылар. Бәләбәйҙәр был абруйлы ярыштарҙа өсөнсө урын алды! Был һөҙөмтә Бәләбәй спортсыларына Рәсәйҙең йыйылма командаһына инеү һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе.
Гөлнара Мурзина.
Зөлфиә Ғарифуллина тәржемәһе
Читайте нас: