Ә бына 20-ләп бала Бәләбәйҙең тарихи мәсетендә ойошторолған лагерға йөрөнө. Бәләкәйҙән дингә тартылған ҡыҙҙар һәм малайҙар бында әҙәп-әхлаҡҡа өйрәтеүсе ислам дине нигеҙҙәрен, изге Ҡөрьән сүрәләрен өйрәнде. Дәрестәрҙе иһә Болғар ислам академияһының үҙенән практикаға килгән 2 курс студенты Ғабдрахман Ҡадиров алып барҙы.
Ҡорбан байрамына бер нисә көн ҡала өйрәнгән белемдәрен тикшереү маҡсатында был балалар араһында бәйге ойошторолдо, һәм ул һөҙөмтәләрҙең һөйөнөслө булыуын күрһәтте. Бәйгелә ҡатнашыусылар Ҡөрьән сүрәләрен көйләп уҡый белеүҙәрен күрһәтте, һорауҙарға теүәл, дөрөҫ итеп яуап бирҙеләр. Урындарға килгәндә, беренсе урынды Азалия Фәтҡуллина (Өфө ҡыҙы), икенсене – Диләрә Нартдинова, өсөнсө урынды Сәмирә Ширинова яуланылар. Был ҡыҙҙар икеһе лә татар гимназияһында уҡый. Байрам көнөндә улар “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә уҙасаҡ сарала ла сығыш яһаясаҡтар.
Дини ғилем алып үҫеүсе был балаларҙың киләсәктә күркәм холоҡло, тәүфиҡлы кешеләр буласағына шик юҡ.
Мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең иғтибарына!
Ҡорбан байрамы уңайынан “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә 11 август көнө сәғәт алтынсы яртыла байрам сараһы уҙғарыла.
Сайтҡа Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне