Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Август 2019, 14:17

Башҡортса йырлаған балаларға кастинг иғлан ителде

Республикала «Балалар» проекты иғлан иткән кастингта ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә йырлаған 4-12 йәшлек балалар кәрәк. Улар видеороликтар өсөн ҡыҫҡа текстар уҡырға һәм йырҙар башҡарырға тейеш.

Проектта ҡатнашыу ваҡыты – 2019 йылдың сентябрь һәм декабрь айҙары. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, нотаға тура килтереү, артистизм һәм ата-әсәләрҙең балаларҙы Өфөгә репетицияға, студияға яҙҙырырға алып килеү мөмкинлеге мөһим. 8-987-049-64-36 телефоны буйынса йәки социаль селтәрҙә мөрәжәғәт итергә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: