Театр сәхнәһенә тәүгеләрҙән булып Өфө дәүләт сәнғәт институтында махсус ошо театр өсөн әҙерләнгән йәш актерҙар һәм тамашасыларға танылған Ә. Абушахманов, Ш. Дилмөхәмәтова, Р. Кәримова, О. Мусина, С. Сираева һ.б. сыға. Театрҙа Ф. Ғәлиев, Л. Әхмәтвәлиев, С. Буранбаева, Р. Бабич, Л. Воротникова, Р. Сәлимгәрәева, В. Ҡалмантаева һ.б. уңышлы эшләй.
30 йыл эшмәкәрлеге дауамында театр коллективы тамашасыларҙы үҙебеҙҙең авторҙарыбыҙҙың, рус һәм сит ил драматургияһының байтаҡ әҫәрҙәре менән таныштыра. Улар араһында: М. Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Ҡыҙ урлау”; М. Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым”; З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”; Н. Ғәйетбайҙың “Ҡурай моңо”, “Ауылға ҡыҙҙар килде”; Н. Асанбаевтың “Ҡыңғырау сәскә”; Ф. Бүләковтың “Дала ҡиссаһы”; У. Шекспирҙың “Отелло” спектаклдәре һ.б.