Бынан 120 йыл элек, 1899 йылдың 8 авгусында, Америка уйлап табыусыһы Альберт Маршалл һыуытҡыс уйлап сығара. Мәшәҡәтле була яңы агрегатты эшләтеү – ул продукттарҙы утын, таш күмер “ашап”, кәрәсин “эсеп” һыуыта. Һыуытҡысҡа патент бирелгән был көн уның тыуған көнө һанала.