Тотош ил буйынса был күрһәткес биш процентҡа тиң. Республиканың сәнәғәткә махсуслашыуын иҫәпкә алһаҡ, төбәк алдында ҙур бурыс тора. Башҡортостан предприятиелары сығарылған продукция күләмен арттырып ҡына ҡалмаясаҡ, сифатын да яҡшыртасаҡ. Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса федераль үҙәктең генераль директоры Николай Соломон ошондай фекер белдерҙе.
Киләһе биш йылда 196 компания һаҡсыл етештереү алымын үҙләштерәсәк. Производительность.рф сайтына 50-нән ашыу ғариза килгән. Проектта эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы, төҙөлөш, ташыу һәм һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ кеүек сеймал йүнәлешендә булмаған тармаҡтарҙа эшләгән ойошмалар ҡатнаша ала. Төрлө дәүләт ярҙамы саралары уларға сифат йәһәтенән яңы кимәлгә сығыу мөмкинлеген бирәсәк.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов әйтеүенсә, Башҡортостан – пилот проектына индерелгән төбәктәрҙең береһе. Республика тулайым төбәк продукты күләме буйынса илдә 10-сы урынды биләй. Әле милли проектта ҡатнашыу йәһәтенән Башҡортостандағы предприятиелар менән 31 килешеү төҙөлгән.