Анестезиологтар, реаниматологтар, офтальмологтар, терапевтар, педиатрҙар, гинекологтар 500 меңдән алып 1 миллион һумғаса матди ярҙам алды. Республика етәксеһе табиптарға ошо һөнәрҙе һайлағандары һәм тап районда эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Бөгөн беҙ ике программа буйынса сертификаттар бирҙек. Уларҙың берәүһе — «Ауыл табибы», уның буйынса ҡайһы бер йөкләмәләр үтәлмәгән, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Өҫтәүенә тар йүнәлешле белгестәр дәртләндерелә. Беҙ аҡса таптыҡ, ә һеҙ уларҙы дөрөҫ файҙаланығыҙ һәм һәйбәт эшләгеҙ».
Кәңәшмәлә ҡатнашыусы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, 2018 йылдың 1 октябренән төбәктең медицина учреждениеларына табиптарҙы йәлеп итеүҙең ыңғай динамикаһы күҙәтелә. Ошо осорҙа 240 һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән беренсел звенолағы медицина хеҙмәткәре эшкә урынлаштырылған. Шул уҡ ваҡытта әлегә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре һаны кәмеүҙең кире тенденцияһын еңеп сыға алмай. 2019 йылдың 1 ғинуарынан ошо хеҙмәткә бер фельдшер эшкә урынлашҡан, ә 14-е унан киткән.