Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Август 2019, 21:06

100 йыллыҡ юбилей – Опера һәм балет театры сәхнәһендә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын 4 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләй. Көҙгөһөн Ғафури исемендәге театрҙа капиталь ремонт башланыуға бәйле ике театр ошо хаҡта һөйләшеп килеште. Театрҙа фасад, Ҙур һәм Бәләкәй залдар, тамашасылар фойеһы, яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары, ултырғыстар яңыртыласаҡ.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ижади коллективының дөйөм йыйылышында шул турала һүҙ барҙы. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина коллективты яңы етәкселек менән таныштырҙы һәм труппаны сираттағы ижади миҙгелдә эш башлауы менән ҡотланы. Конкурс процедураларынан һуң театрҙың директоры итеп Иршат Фәйзуллин тәғәйенләнде, баш режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын битлек» премияһы лауреаты Айрат Абушахманов.
Яңы миҙгелдә «Ҡыҙ урлау» спектакленең тәүге премьераһы 8 октябргә билдәләнгән. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Спектаклде режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерә. Ремонтҡа бәйле спектаклдең премьераһы ла Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур залында буласаҡ.
Сентябрҙән ноябргә тиклем Башҡорт драма театры коллективы Ҡаҙағстанда, Санкт-Петербургта, Грозныйҙа, Иркутскиҙа, Ижевскиҙа, Ырымбурҙа, Ульяновскиҙа үҙенең спектаклдәре менән сығыш яһай.
Читайте нас: