Тантананы асып, Радий Хәбиров Башҡортостандың илдә үҙенең ҡеүәтле төҙөлөш комплексы менән дан тотоуын әйтте. Тармаҡта 70 меңдән ашыу кеше эшләй.
«Бөтәгеҙ ҙә – үҙ эшегеҙҙең оҫталары. Һеҙ ғәҙел рәүештә бөгөнгө наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Ошо матурлыҡ һәм уңайлыҡ, йылы, күркәм йорттар өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә. Башҡортостандың ғорурлығы булып торған, республика өсөн мөһим проекттар өсөн», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл төбәктә төҙөлөш темпы бер аҙ яҡшырған, ләкин күберәк төҙөргә кәрәк.
«Белеүегеҙсә, Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған милли проектҡа ярашлы, 2024 йылға 3,7 миллион квадрат метр төҙөргә тейешбеҙ. Әле 2 миллион квадрат метрҙан саҡ ҡына күберәк төҙөйбөҙ. Шуға күрә беҙҙең алда бик ҙур, берҙәм эш тора. Ошо бурыстарҙы атҡарып сыға алыуыбыҙға һис шигем юҡ.
Төҙөлөш блогына матур һәм сифатлы төҙөй башлағаны өсөн айырым рәхмәт. Райондар буйлап йөрөгәндә яңы мәктәптәр әллә ҡайҙан күренеп тора – матур, төрлө төҫтә, балаларға уҡырға барыуы ла күңелле. Кисә Дүртөйлөлә булып ҡайттым, һәйбәт поликлиника һалына, ноябрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Туймазыла ла поликлиника бик матур», – тине Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында.