Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Август 2019, 13:55

«Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүсене ярты миллион һум аҡса көтә

Әле ярыштың район этабы бара, унда ғаризалар 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Төбәк конкурсы иһә 1 декабрҙә башлана.

Ҡоролтайҙың башҡарма комитетында «Айыҡ ауыл» конкурсы буйынса кәңәшмә үтте. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, муниципаль берәмектәр өс ай дауамында республика кимәленә сығасаҡ ауылды һайлай. Төбәк ярышына сығыусыларҙы етди һынау көтә. Конкурс призерҙарына аҡсалата бүләк ҡаралған. Икенсе урынға – 250, өсөнсө урынға 150 мең һум тапшырыла. Финалға сығыусыларға сертификат бирелә. Йәғни быйыл конкурстың приз фонды ике тапҡырға арттырылған.
Ойоштороусылар ауылдарҙы был конкуста әүҙем ҡатнашырға, эскелеккә ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡыра. Әле район этабында ҡатнашыу өсөн иң күп ғариза Ҡырмыҫҡалы районында бирелгән, бөтәһе 16 ауыл ярышта үҙ көсөн һынарға теләй. Икенсе этапта 7 ғариза менән Балтас районы килә, өсөнсө баҫҡыста – шарандар. Конкурс барышында медиа киңлектәге әүҙемлек тә иҫәпкә алына. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға танылған шәхестәр йәлеп ителәсәк.
Читайте нас: