Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Август 2019, 13:59

Мосолмандар Ҡорбан байрамын билдәләне

Быуаттар төпкөлөнән килгән был байрам диндарҙарҙың иң көтөп алған байрамдарының береһе булып ҡала килә. Ул Ураҙа байрамынан 70 көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә башлана һәм өс көн дауам итә.

Быйыл байрам августың 11-енә тура килде. Иртәнән ҡойоп ямғыр яуҙы, әммә ул һис кенә лә байрамға ҡамасаулай алманы. Ғәйет намаҙына ашығыусы Бәләбәй мосолмандары әйтеүенсә, улар ямғырға иғтибар ҙә итмәгән.
Намаҙ башланыуға ҡаланың тарихи мәсетендә бер буш урын да ҡалмаған. Күренеүенсә, халыҡ мәсеткә йылдан-йыл күберәк, теләп йөрөй, тарихи тамырҙарына, дингә ҡайта. Кешеләрҙең байрамға күтәренке кәйеф менән, шатланып, бер-береһенә яҡшы теләктә булып, изге ниәттә йыйылыуы, урамда эскән, һүгенгән кешеләрҙең булмауы күҙгә ташлана.
Йола буйынса, вәғәз тыңлап, намаҙ уҡығандан һуң, ҡорбан салынды һәм байрам ашы әҙерләнде.
Быйыл ҡорбан салыуҙа райондың етмештән артыҡ кешеһе ҡатнашҡан. Йола ветеринария хеҙмәте тикшереү үткәргән махсус урында, ислам дине ҡағиҙәләренә ярашлы үтәлде. Тейешенсә, һәр ҡорбан ителгән һарыҡтың ите өскә бүленде. Бер өлөшөн райондың социаль учреждениеларына бирҙеләр, икенсеһен байрам ашына тотондолар, өсөнсө өлөшөн һәр хужа үҙенә ҡалдырып, туғандарын, күршеләрен һыйланы.
Ҡорбан байрамы көнө “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә байрам концерты менән тамамланды. Бәләбәйҙең тарихи мәсетенең имам-хатибы Илдар хәҙрәт Ғәлиев йыйылғандарҙы байрам менән ҡотланы, райондың имам-мөхтәсибе Фәрхәт хәҙрәт Хәмитовтың изге теләктәрен еткерҙе. Унан байрамда ҡатнашыусыларға вәғәз һөйләне, барыһын яҡшылыҡҡа һәм ғәҙеллеккә, шәфҡәтлелеккә, яҡындарыбыҙға һәм тирә-йүнебеҙҙәге кешеләргә изгелекле һәм игелекле булыуыбыҙҙы теләне.
Тарихи мәсет ҡарамағындағы йәйге лагерға йөрөүсе төрлө йәштәге балалар Ҡөрьәндән бер сүрә уҡып ишеттерҙе. Үҙәк артистары – “Ләйсән” башҡорт йыры ансамбле, Руслан Буранғолов, Нәфисә Суфиева, Зинил Бикмөхәмәтов, Анжела һәм Айнур Әүбәкировтар, Римма Вәхитова, Эльмира Малиҡова, Гүзәл Садиҡова, Илһам Әхмәтшин, Алина Үмәрова һәм башҡалар тамашасыларға моңло көйҙәр, матур йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр бүләк итте.
Был көндө Бәләбәй мөхтәсибәтенең бөтә башҡа мәсеттәрендә лә Ҡорбан байрамы уҙғарылды.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотолары
Читайте нас: