«Республика Вәкиллеге кәрәк, беҙ был хаҡта бер нисә тапҡыр фекер алыштыҡ. Беҙҙә иҡтисади бәйләнештәр шаҡтай тығыҙ, Ырымбурҙың күп кенә эшҡыуарҙары Урал аръяғында эшләй. Республика Хөкүмәтенә йөкләмә бирермен», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Пермь һәм Свердловск башҡорттары «Башҡортостан» сауҙа йорттарын асыуҙа ярҙам һораны. Радий Хәбиров был идеяны хупланы.
«Сауҙа йорто темаһы миңә оҡшай. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан был мәсьәләне өйрәнеүҙәрен һорармын. Аҡса һорарға ғына түгел, үҙебеҙгә лә аҡса эшләргә кәрәк, ә беҙ тейешле ярҙам күрһәтербеҙ», — тип иҫәпләй республика етәксеһе.
Осрашыуҙа төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре лә күтәрелде. Был һорау осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да – Татарстан Республикаһы, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Премь крайы башҡорттарын борсой. Осрашыуҙың модераторы – Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫараы Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, әлеге көндә Силәбе өлкәһендә – 32, Ырымбур өлкәһендә – 12, Ҡурған өлкәһендә өс мәктәптә башҡорт теле уҡытыла.
«Башҡортостан – һеҙҙең тыуған йортоғоҙ, башҡорт милләтен үҫтереү өсөн яуаплы булған Рәсәй Федерацияһы субъекты. Милләттәштәребеҙ, Рәсәй төбәктәренең йәмәғәт ойошмалары менән эште яңы кимәлгә күтәрергә кәрәк, беҙ уға яңы энергия һәм яңы мөмкинлектәр бирергә теләйбеҙ. Йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген финанслауҙы арттырыуҙан башланыҡ. Башҡорттарҙы берләштереү өсөн Рәсәй субъекттарында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренең эшен әүҙемләштереү зарур», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Осрашыу ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары, Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләү һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән ошондай форматта осрашыуҙарҙы йылына ике тапҡыр уҙғарыу хаҡында килештеләр, тип белдерә Башинформ.