Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Август 2019, 18:24

Биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календары донъя күрҙе

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты алдағы уҡыу йылына (2019/2020) биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календарын баҫтырып сығарҙы.

Яҡынлашып килгән уҡыу йылында беренсе кластар 33, икенсе-һигеҙенсе кластар уҡыусылары — 35 аҙна, туғыҙынсы-ун беренселәр 34 аҙна уҡый, тип билдәләне белгестәр.
Көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм һигеҙ көн дауам итә. Ҡышҡыһы 30 декабрҙә башлана һәм 2020 йылдың 12 ғинуарында тамамлана. Яҙғы каникулдар иһә 23 марттан 30-ына тиклем. Шулай итеп, беренсе кластар – 135, 2-8 кластар – 122, ә 9-11 кластар – 135 көн (дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын иҫәпкә алмайынса) ял итә.
Бынан тыш, уҡыусылар һәм уҡытыусылар дәүләт байрамдарында ял итәсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: