Респонденттарҙың 28, 71% башҡорт балы өсөн тауыш биргән. Ҡырым балы рейтингта икенсе урында килә, уның өсөн 19, 8% тауыш йыйылған, өсөнсөлә – Алтайҙың татлы ризығы ( 14, 84%).
«Башҡорт балы» бренды Федераль таможня реестрында интеллектуаль милек объекты итеп теркәлгән. Шул рәүешле Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге 2016 йылда ялған продукцияға ҡаршы көрәш башланы.
Башҡорт балы Ҡытайға, Финляндияға, халыҡ-ара йыһан станцияһында йәшәүселәргә оҙатыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне